Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Тормош матур, күрә бел!

05.12.2016, 13:54

5 декабрь Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда "Тормош матур, күрә бел!" тип исемләнгән сара үткәрелде. Ауылда йәшәүсе һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр саҡырылды был көндө. Мәҙәниәт йорто мөдире Рәйлә Әхмәт ҡыҙы улырға именлек, тыныс тормош, бары тик изгелектәр генә теләп һүҙ алды.

Балалар ҡатнашлығында ҡуйылған концерт номерҙары: йыр - бейеүҙәр, фольклор ансамбленең сығышы тамашасы күңеленә хуш килде. Һәр сығыш ихлас алҡыштар менән оҙатылды.Концерт ҡарап, бешереп килтергән тәм - том менән сәй эсеп, бер - береһен күреп аралашып, күңелдәре күтәрелеп, ял итеп, сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп ҡайттылар бында килеүселәр.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 591 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0