Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» "Тормош Ағасы"

12.10.2017, 08:02

   Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре, ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан республикаһында иғлан ителгән "Тормош Ағасы" акцияһына ҡушылып, ауылдың спорт һәм балалар майҙансығына өмәгә сыҡты. Сейә, слива, роза, сирень, еҙә, ҡарағат ҡыуаҡтарынан 15 төп үҫенте ултыртылды, ҡыуарған үләндәрҙән майҙансыҡты таҙарттылар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан Кужина Зәйтүнә апай, Кужагильдина Фатима, Атанова Зөһрә, Ишемғолова Заһира, Минлишева Рәшиҙә, Исҡужина Рәсимә апайҙар үҫентеләрҙе ултыртҡас һыуын да ташып ҡойоп, бик ихлас эшләнеләр.

 Ауылдағы һәр эштә лә әүҙем ҡатнашыусы Байғусҡаров Азат ағай ҙа сейә үҫентеләре тотоп ярҙамға килеп еткән. "Ултыртҡан ҡыуаҡтар матур итеп үҫеп китһен, балалар емештәр өлгәрә башлағас рәхәтләнеп емештәрен ашаһындар, тип килеп еттем әле мин дә", тип йылмая үҙе. Амин, шулай булһын! Эйе, ни эшләһәң, шул ҡала, үҙебеҙҙең балалар, ейән - ейәсәрҙәребеҙ килеп уйнайҙар бит был майҙансыҡта. Рәхмәт, һеҙгә, ихлас күңелле, ярҙамсыл кешеләргә, аҡ күңелле ағинәйҙәргә. Үҙегеҙ ҙә шулай һау - сәләмәт булығыҙ, йәштәрҙән ҡалышмай һәр саҡ дәртле булығыҙ.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 300 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0