Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» "Шыршы байрамы"

30.12.2017, 13:42

  30 декабрь көнө Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда, кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән "Шыршы байрамы" үткәрелде. Кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән сценарий куйылды, балалар персонаждар менән шыршы тирәләй бейеп йырланылар, рәхәтләнеп күңел асты. Яңы йыл байрамының күрке булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәс, байрам тағы ла йәмләнеп китте. Балалар уларға үҙ һәләттәрен күрһәтеп йырланы, шиғырҙар һөйләп, бүләк алып ҡыуанды. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн шыршы байрамы ауыл мәҙәниәт йыртонда уҙғарылды.

   "Юғалған быймалар" исемле сәхнәләштерелгән концерт тамашаһын бик оҫта итеп куйыусыларға рәхмәтлемен. Барыһына ла окшаны, төрлө костюмдар кейеп сығыусыларға ҡатнашыусыларға шулай ук зур рәхмәт. Ауыл хәкимиәте башлығы Буранбай Ислам улы һәм Башкотостандын рухлы моңло курайсыһы Ишморат Илбәков байрамыбыҙға йәм өҫтәп тәбрикләп үттеләр.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 30 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0