Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар

26.11.2016, 07:19

Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар" тип исемләнгән байрам бәйгеһе уҙғарылды. Бәйгелә Аҡъюлова Венера апай һәм Линара, Каҙаҡбаева Зилә һәм ҡыҙы Гөлдәриә, Ултраҡова Лилиә һәм ҡыҙҙары Әминә менән Әҙилә, Байсурина Айгөл һәм ҡыҙы Айһылыу ҡатнаштылар.

Бәйгеселәр халыҡ ижады буйынса әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр әйтеште, матур итеп әкиәттәр һөйләп, бишек йырҙарын йырлап күрһәттеләр. Йырҙарҙы үҙгәртеп йырлау, балалары менән бергәләп йомаҡтар ҡойошоу бик ҡыҙыҡлы булды. Сәхнә түрен биләүселәр һәр береһе лә бик талантлы булып сыҡтылар: йырлап та, бейеп тә, шиғырҙар һөйләп тә тамашасыларҙың күңелен яуланылар.

Ҡәҙерле әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе байрам менән ихлас ҡотлап бейеүҙәрен бүләк итеүсе Фатима апай Кужагильдина һәм йыр - бүләк тапшырыусы Ғәлим Тулыбаевҡа, бәйгелә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт.

Бәйгегә йомғаҡ яһап бүләктәр тапшырылғас, байрамға килеүселәр бергәләшеп күңелле итеп бейешеп, йырлашып та алдылар.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 572 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0