Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Ҡорбан байрам-изге байрам

27.09.2016, 13:31

Ғәлиәхмәт ауыл мәсетенә Ҡорбан байрамы айҡанлы халыҡ йыйылды. Байрамды башлап Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Б.И.Илбәков йыйылған халыҡты ҡотлап ихлас теләктәрен еткерҙе. Бер уңайҙан ауыл мәсетенә яңынан имам - хатиб итеп М.Ғөбәйҙуллин тәғәйенләнде. Халыҡ өсөн тәрбиә сараһы булған вәғәздәр һөйләгәндән һуң ғәйет намаҙы уҡылды. Ауыл халҡы байрам сәйе эсеп, ихлас аралашып таралыштылар.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 666 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0