Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Ололар көнө

03.10.2015, 16:25
Ололар көнө

1 октябрь - Ололар көнөнә йылдағыса мәктәп ашханаһында байрам ойошторолдо. Ауылдан иллегә яҡын оло йәштәге инәй - олатайҙар ҙур теләк менән байрамға йыйылды. Килгән ҡунаҡтарҙы ауыл хакимиәте башлығы Буранбай Ислам улы Илбәков ихлас күңелдән ҡотлап, матур теләктәрен белдерҙе. Үҙҙәренең оло юбилейҙарын билдәләүселәргә район ветерандар советы исеменән бирелгән бүләктәр тапшырылды. Байрам барышында ауылдың оло быуын кешеләре сәй табыны артында үҙҙәре өсөн әҙерләнгән концерт номерҙарын ихлас алҡыштар менән ҡабул иттеләр.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 568 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0