Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Үлемһеҙ полк

13.05.2016, 08:41
Үлемһеҙ полк


9 май көнө иртә менән Ғәлиәхмәт ауылында "Үлемһеҙ полк" парады урамдарҙан үтеп Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә табан йүнәлде. Митингты асып Аҡъюл ауыл биләмәһе ауыл хаҡимиәте башлығы Б.И.Илбәков халыҡты оло байрам тантанаһы менән ҡотланы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары һүҙ алды, яу яланында баш һалған яугирҙәр рухына аят бағышланды. Ауыл мәҙәниәт йортонда күрһәтелгән байрам концертында кескәй балаларҙан алып оло быуын кешеләре лә ихлас сығыш яһанылар. Артабан мәктәп ашханаһында байрам табыны ойошторолдо.
Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 759 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0