Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Яңы йыл маскарады

01.01.2017, 01:29

30.12.16. Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы өсөн Яңы йылды ҡаршылау тамашаһы булды. Байрамға килгән тамашасылар һәм маскалар менән тамаша залы шығырым тулы. Халыҡты Аҡъюл ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы байрам менән ҡотлап теләктәрен еткерҙе, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Маскалар менән бергә тамашасылар ҙа шыршы тирәләп йырлап, бейешеп күңел асты, Ҡыш бабайға һөнәрҙәрен күрһәтеп тәмлекәстәр менән һыйланды. Байрамға ихатаны биҙәүгә, ҡарҙан һындар эшләүгә иғлан ителгән конкурста иң оҫтаһы, тип Буранбаев Айҙар билдәләнде. Маскаларҙан иң матур тип, әтәс булып кейенгәндәр матур бүләк алып ҡыуанды. Байрам барышында хаттар буйынса йыр - бүләктәр ҙә тапшырылды.

31.12.16. Һәр кем Яңы йылды ҡаршылағас, мәҙәниәт йортонда байрам дауам итте. Шыршы тирәләп бейешеп, йырлашып, уйындар уйнап яңы йыл төнө буйына күңел асты ауыл халҡы.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 538 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0