Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Йәгеҙ әле, егеттәр!

23.02.2017, 07:31

Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы булды. Бәйгелә "Саялар" һәм "Үҫәргәндәр" командалары көс һынаштылар. Егеттәр ярыштарҙа әрме тормошон да иҫкә төшөрөп, үҙҙәренең хәрби яҡтан белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Зирәклеккә, саялыҡҡа ярыштарҙа ла һынатманылар.

Хәрби темалы йырҙарҙы белеп, авторҙарын әйтеү, башҡорт халыҡ йырҙарын таныу, әрменән хат яҙыу һәм башҡа ярыштарҙа егеттәр бик ихлас ҡатнаштылар. Шулай уҡ, бәйгеселәр үҙҙәренең йыр - бейеүгә оҫталыҡтарын да күрһәттеләр. Байрам айҡанлы тамашасыларға йыр - бейеүҙәрен бүләк иткән, ир - егеттәрҙе ярышҡа әйҙәп ярҙам итешкән Р.Байғусҡарова, А.Байсурина, А.Абдуллина, Л.Абдуллина, А.Юламанова, Г.Атановаларға ҙур рәхмәт.

Был бәйгелә дуҫлыҡ еңеүсе булды, һәр ҡатнашыусыға бүләктәр бирелде. Бәйге һуңынан күңылле бейеүҙәр ойошторолдо.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 654 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0