Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Балалар өсөн караоке - шоу

06.07.2015, 12:57

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә!

Йәйге матур көндә, ҡоштар моңона ҡушылып йырламай нисек түҙәһең инде. Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе Р.Ә.Байғусҡарова балалар өсөн   ойошторған, “Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә...”, тип аталған сарала ҡатнашыусыларҙың тауыштарынан майҙансыҡ гөрләп торҙо. Төрлө йәштәге балалар йыйылыуға ҡарамаҫтан, сарала ҡатнашыусылар бик әүҙем, берҙәм булып сыҡтылар. Төркөмгә бүленеп тә, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа караокеға ҡушылып төрлө йырҙар йырланы. “Йырсы ҡалпаҡ”, “Йырҙы таны”, тип аталған   ҡыҙыҡлы музыкаль уйындар ойошторолдо. Байрам аҙағында балалар өсөн күңелле дискотека ойошторолдо.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 834 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0