Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Гәүһәр туй

01.02.2020, 12:56

 1 февраль Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йортонда Зиннәт һәм Рәхилә Тулыбаевтарҙың бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы матур тамаша үтте. Гәүһәр туйҙарын ҡаршылаған Зиннәт Ниғәмәт улы һәм Рәхилә Хажиәхмәт ҡыҙы матур тормош юлы үткән, ауылыбыҙҙың күркәм ғаилә пары. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар урман хужалығында, ә Рәхилә инәй ауылда медицина өлкәһендә эшләп, ауылдаштарының абруйын ҡаҙанған кешеләр. Улар лайыҡлы балалар тәрбиәләп, бөгөнгө көндә балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре хөрмәтендә матур ғүмер итәләр. Тантанала ғаилә юбилярҙарына ауыл биләмәһе башлығы Б. И. Илбәков Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтан, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р. Д. Шәриповтан һәм ауыл биләмәһе исеменән ҡотлау сәләмен еткерҙе. Артабан балалары, туғандары, ауылдаштары ҡотланылар, Тулыбаевтар хөрмәтенә матур йыр-бейеүҙәр бүләк иттеләр. Уларға артабан да иҫәнлек-һаулыҡ, имен һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.

 

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 12 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0