Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Ҡәҙерҙәрен белсе йәйҙәреңдең, йәй айҙары таңғы мәл генә!

13.07.2015, 14:43

Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре һәм һәүәҫкәр әртистәре ҡатнашлығында “Ҡәҙерҙәрен белсе йәйҙәреңдең, йәй айҙары таңғы мәл генә!”, тип исемләнгән концерт менән күрше ауылдарға йөрөү ойошторолдо. Улар 9 июль - Урыҫбай, 10 июль – Аҡъюл, 11 июль – күрше Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылдары халҡы алдында сығыш яһанылар. Ағинәйҙәрҙең “Беләҙек” фольклор төркөмөнөң йырлы – бейеүҙәре, “Йәнгүҙәй ” вокал ансамбле сығышы, Кужина Вәлимә, Байғусҡарова Айһылыу, Минлишева Рәшиҙәнең моңло йырҙары, Байғусҡарова Айгүзәлдең - талғын, Мортазин Юлдаштың ут сәсрәтеп торған дәрле бейеүҙәре тамашасы күңеленә хуш килде. Кужагильдина Фатиманың ихлас, шаян бейеүҙәре тамашаға айырым биҙәк өҫтәп ебәрҙе. Концерт барышында Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Байғусҡарова тамашасыларҙы “Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ” менән ҡотлап, ауылдың оҙаҡ йылдар иңгә – иң терәп матур йәшәүсе, тәрбиәле балалар үҫтереүсе иң өлгөлө ғаиләләрҙе телгә алып үтте. Урыҫбай ауылы клубының художество етәксеһе Абдуллин Раилдың өҙҙөрөп гармунда уйнауына дәртләнгән тамашасылар, концерт аҙағында бергәләшеп күңелле итеп ритайым бейешеп тә алдылар. Өс көн дауамында башҡаларға күңелле ял бүләк итеүсе, ауылдан – ауылға йөрөп сығыш яһағанда арыу белмәгән ағинәйҙәргә, дәрттәре ташып торған һәүәҫкәр әртистәргә тамашасылар исеменән ихлас әйтелгән рәхмәттәрҙе гәзит аша ла еткерәбеҙ, афариндар.

 

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 631 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0