Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» "Дарман" йыр бәйгеһе

03.11.2016, 07:16

3 ноябрь көнө Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Дарман" йыр бәйгеһе ойошторолдо. Бәйгелә ике команда ҡатнашты: "Пар алма" һәм "Йәшлек". Бәйгеселәр ҡунаҡтарҙы "Дарман"ға саҡырып таҡмаҡ уйлап сығарып әйтешете, йырҙы танып йырлау һәм таҡмаҡ әйтешеү буйынса ярыштылар."Йәшлек" командаһы таҡмаҡ әйтеүҙә ал бирмәһә, "Пар алма"лар көйө буйынса йырҙарҙы бик күп белделәр. Ярыш араһында И. Юнысов, У. Аҡъюлов, Вилдан Юнысов, А. Байғусҡарова, Л. Ултраҡова үҙҙәренең йыр - бейеүҙәрен тамашасыларға бүләк иттеләр. Байрамға килгән тамашасылар ҙа, тик ҡарап ҡына ултырыусы булманылар, бәйгеселәр менән бергә гармунға ҡушылып йырлашып күңел астылар. Сара аҙағында сәй эсеп, бейешеп алдылар.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 508 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0