Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Бир һин миңә, яҙмыш, барын да бир...

01.05.2016, 06:58

Бир һин миңә, яҙмыш, барын да бир...

Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Бир һин миңә, яҙмыш, барын да бир...", тип исемләнгән сара үтте. Ауылда ғына түгел, Аҡъюл ауыл биләмәһендә иң оло йәштәге ағинәй Бикбова Файза Фәйзрәхман ҡыҙының 90 йәшлек ғүмер байрамына балалары, ейән - ейәнсәрҙәре, туғандары, ауылдаштары ҡотларға йыйылды.

Ауыр һуғыш йылдарын күргән, ниндәй генә ҡыйынлыҡтарҙы үткәрмәгән, 10 балаға ғүмер биргән ағинәйҙең яҙмышын тасуирлаһаң бер китапҡа һыймаҫ ине. Сәхнәгә сығып 5 улы, 5 килене ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәренән күҙҙәргә йәш эркелә. 22 ейән - ейәнсәргә, 28 бүлә - бүләсәргә ҡарт өләсәй, ҡәртәсәй булған Фәйза инәйгә әйтелгән ҡотлау һүҙҙәре йыр - бейеүгә үрелеп бик матур сара булып үтте.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 508 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0