Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған концерт

23.03.2019, 13:06

 23 март Ғәлиәхмәт ауылында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам концерты үтте. Байрамды тантаналы асҡандан һуң, ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән төрлө өлкәләрҙә оҙаҡ йылдар эшләгән һәм ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡан ауылдаштарға маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Артабан Ғәлиәхмәт, Аҡнаҙар һәм Аҡъюл ауылдары үҙэшмәкәр башҡарыусылары һәм коллективтары, мәктәп уҡыусылары тарафынан матур концерт күрһәтелде. Концертты музыкаль яҡтан Ултыраҡов Ғәлимйән Мөхәммәтғәле улы биҙәне. Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән сараны ойошторған һәм ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәт һүҙен еткерәбеҙ.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 39 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0