Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Ағинәйҙәр – “Алтын тирмәлә”

14.02.2015, 19:11
Ағинәйҙәр – “Алтын тирмәлә”


14 февраль көнө Аҡъюл ауыл биләмәһе ауылдарының ағинәйҙәре Ғәлиәхмәттә “Алтын тирмә” бәйгеһенә йыйылды. Аҡъюлдан - “Зәйембикә”, Аҡнаҙарҙан – “Йәнтөйәгем - Аҡнаҙар”, Ғәлиәхмәттән – “Мең рәхмәт”, Урыҫбайҙан – “Узала һандуғастары” исеме менән бишәр кешенән торған дүрт команда көс һанашты. Бәйгене Рәйлә Әхмәт ҡыҙы Байғусҡарова башҡорт халыҡ ижады, фольклоры, йолалары, милли кейемдәре, көнкүрешенә бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләп, бик йәнле алып барҙы. Бәйге барышында ағинәйҙәр тарафынан алдан әҙерләнгән йыр – бейеү менән музыкаль тәнәфестәр ҙә һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Ф. Кужағильдина, Г. Кадаева, Р. Юламанова, Р.Исҡужина, М.Саптарьяповаларҙың ойота баҫып бейеүҙәре, Ф.Зәкирова, В.Илбәкованың мөнәжәт әйтеүе, В.Кужина, Ф.Суриналарҙың халыҡ йырын башҡарыуына һоҡланмау мөмкин түгел.

Һәр команда онотолған халыҡ уйындары - “Һап та ҡоп, ауыҙ йомоҡ”, “Сылбыр”, “Йүкә телефон”, “Таҡмаҡлы сылбыр”ҙы иҫкә төшөрөп, таҡмаҡтар әйтеп, наказдар биреп, бүлмә тулып бергәләп уйнау был сараға тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Ағинәйҙәр бер – береһенә әҙерләп килтергән бүләктәрен биреп, изге теләктәрен белдерҙеләр. Бешеренеп килтергән тәмлекәстәр менән бергәләп сәй эсеп, йылы мөхиттә аралашып, яңы эштәргә яңы дәрт, яңы пландар менән, “63 кенә йәштәмен, ниңә мин ҡарт булайым”-, тип таҡмаҡ әйтеп, таралышты йәш күңелле, изге йөрәкле инәй – апайҙар.

Бәйгелә “Йәнтөйәгем - Аҡнаҙар” һәм “Узала һандуғастары” командалары тигеҙ мәрәй йыйып – беренсе, “Зәйембикәләр” һәм “Мең рәхмәт” командалары икенсе урынға лайыҡ булды. Аҡъюл ауыл хакимиәте башлығы И.Р.Каҙаҡбаев бәйгеселәрҙе ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: РДК
Просмотров: 669 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 1.0/1