Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Бузавлыкский СДК» Яҫтыҡ туйы

28.10.2015, 08:57
Яҫтыҡ туйы
Бөгөн беҙҙә яҫтыҡ туйы
Яҫтыҡ туйы бөгөн беҙҙә
Яҫтыҡ эшләргә килгән ҡыҙҙар
Уңыш юлдаш булһын һеҙгә.

Боронғо әбей-бабайҙарыбыҙ күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, бигерәк тә ҡаҙ тоторға яраткандар. Мамығынан түшәк, яҫтыҡ яһағандар. Яҫтыҡ эшләү өмәһе ауыл тормошоноң күренекле вакиғаһы булған. Уны бигерәк тә ҡыҙҙар көтөп алгандар. Ҡаҙ өмәһенән ситтә ҡалмаҫ өсөн, бәпкәләре күп булған хуҗабикәләргә йәйҙән үк күҙ һалып ҡуйғандар. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышкандар, йорт эштәрендә, ә ҡайһы саҡ ураҡ эшендә дә булышҡандар. Башҡорт халҡында элек-электән әсә кеше ҡыҙына бирнә әҙерләгән. Ҡаҙ өмәһе үткәргәс, ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, яҫтыҡ әҙерләү өмәһе ойошторған. Шаян һүҙ, йыр, уйын-көлкө менән эш бик тиҙ эшләнгән, киләсәк быуынға өлгө булып торған.
Яҫтыҡ Азия илдәрендә барлыҡҡа килә. Тѳрѳк халыҡтарында ниндәй генә ѳй йыһазы булһа ла яҫтыҡ ҙур роль алып торған. Ливанда иһә ҡунаҡ ҡаршылаған бүлмәлә тәпәш диван һәм оҙонса формала асыҡ тѳҫтәге яҫтыҡҡа ихтибар бирелгән. Улар ашағанда ла, йоҡлағанда ла иҙәндә балаҫтар, оҙонса формала яҫтыҡтар ҡулланғандар. Урыҫтар яҫтыҡты «думка», «думочка» тип йѳрѳткәндәр. Ә башҡорттарҙа яҫтыҡтар йорт йыһазы, кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһаусы кәрәкле әйбер һанала.
Яҫтыҡ башҡорттарҙа бик мѳһим роль уйнаған. Ѳй йыһазы булараҡ ҡына түгел, ҡара кѳстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡланыу кеүек тә ҡулланғандар.
Ҡош ҡауырһыны менән биҙәлгән яҫтыҡтар ҙа булған һәм күҙ тейеүҙән һаҡлау ролен үтәгән. Яҫтыҡ башҡорттарҙа изгелек, кешегә ҡарата ихтирам символы булараҡ билдәле. Мәҫәлән, кѳтѳп алған ҡунаҡ килһә, бүлмәнең ситенә бәләкәй яҫтыҡ һалғандар, ҡунак инеү менән был тамғаны аңлаған, сәләмләшкәс, шул яҫтыҡҡа ултырып доға ҡылған.
Шулай уҡ, яҫтыҡтың әһәмиәте башҡорт туй йолаларында ла сағыла. Туй йолаһында килен нағышлап сигелгәгн, нисәнсе йылда кейәүгә сыҡҡанын күрһәтелгән яҫтыҡтың бер мѳйѳшѳнә ѳс тѳҫлѳ суҡ тегеп кейәүенең ултырған урынына һалған.
Яҫтыҡ шулай уҡ туй йолаһының тағы ла «Килен ҡаршылау» ѳлѳшѳндә ҡулланыла. Ҡәйнәһе киленде ҡаршы алғанда ишек тѳбѳнә мендәр һалып, бал – май тотоп алған һәм һамаҡлаған «Киленкәйем, бына һиңә йомшаҡ яҫтыҡ, килен булып тѳшѳр ереңә рәхим ит. Яҫтыҡтай йомшак бул, һүҙең балдай татлы булһын, ошо нигеҙҙә майҙай бат,» - тип теләк теләгән. Ошо йолаларҙы ауылдаштарым араһында әлеге осорҙа ла һаҡлауҙары бик яҡшы.
Ата – бабаларыбыҙҙан килгән «Балаға исем ҡушыу» йолаһында ла сабыйҙы йомшаҡ, ҡабарып торған аҡ тѳҫлѳ яҫтыҡҡа һалып башҡаралар. Был инде сабыйға тик изгелек теләүҙе, аҡ тѳҫ – сафлыҡ, һаулыҡты аңлата.
Сара аҙағында Быҙаулыҡ клубы культорганизаторы Светлана Аблаева сарала ҡатнашҡан Байгужина Таңһылыу апайға, Байгужина Әсмә, Таулыҡаева Зөбәйҙә, Собханғолова Фируза, Таулыҡаева Нәйлә, ағинәйҙәр клубы етәксеһе Байсурина Гөлкәй апайҙарға ҙур рәхмәтен белдерҙе, алдағы тормоштарында ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, оло бәхет, ғаилә именлеге теләне. Байрамға матди яҡтан ярҙам күрһәткәне өсөн Һамар ауыл советы башлығы Фәйзуллин Вәкил Мөхтәр улына рәхмәтен белдерҙе.
Йылдар имен, илдең күге аяҙ булһын
Сабыйҙарҙың шат ауазы яңғырап торһон,
Байрам мөбәрәк, табындар түңәрәк булһын.
Хәйерле юлдар, хәйерле йылдар!
Категория: Бузавлыкский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 821 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0