Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Байгускаровский СДК» Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө

22.08.2018, 14:17

22 август Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Байғусҡар мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә ошо байрамды балалар менән билдәләп үттек. Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк– тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдырыуын аңлатып үттек. Балалар ҡағыҙҙан флагтар эшләнеләр һәм һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Категория: Байгускаровский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 17 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0