Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Байгускаровский СДК» "Мин яңы йылды нисек үткәрҙем"

08.01.2018, 07:50

   Яңы йыл каникулдарында, ололар һәм балалар өсөн саралар үткәрелеп тора. Балалар өсөн "Мин яңы йылды нисек үткәрҙем"-тип исемләнгән һүрәттәр конкурсы үткәрелде, балалар бик теләп катнаштылар. Шыршы тирәләй бейеү, Ҡыш бабайҙан бүләк алыу, Ҡар бабай, Һары Эт, шыршы, Өкө, Ҡарһылыу, Яңы йыл сәғәттәре һ.б. һүрәтләгәндәр ине. "Иң оҫта һүрәт төшөрөүсе " тип: Алтынай Айҙашева, Динә Дәүләтбирҙина, Урал Акбалин ,Заһит һәмЭльвина Ибраковтарҙың, Кинйәбулат Шаһивәлиев, һәм 5 йәшлек Нәргиз, Акбалиндарҙың һүрәттәре билдәләп үтелде. Балалар үҙҙәренең ни тиклем һәләтле, тырыш, сәмле булыуҙарын күрһәттеләр. Конкурс укыусыларға бик оҡшаны, улар бәлки, киләсәктә оҫта рәссәмдар булып китеүенә шик юк. Афарин һеҙгә, тиергә генә ҡала! Был Яңы йыл һеҙгә, бәхетле бала саҡ, оҙон ғүмер бик күп шатлыҡтар ғына килтерһен!

Категория: Байгускаровский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 60 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0