Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Байгускаровский СДК» "Йырлы ауыл"

29.10.2019, 09:01

   Быйыл Башҡортостанда "Йырлы ауыл"(Поющая деревня) конкурсы иғлан ителде. Татыр-үҙәк ауыл советы биләмәһенең һәүәҫкәр артистары конкурста ҙур теләк менән ҡатнашты. Ауылыбыҙҙың моңло тауышлы , һәр ваҡыт сәхнәбеҙ түрен яулаусылар, яңғыҙ йыр башҡарыусылар Гөлсөм Дәүләтбирҙина "Ағым һыу", "Һағыныу", Вәсилә Аҡбалина "Сыбай ҡашҡа", "Бер ваҡыт ҡына", Хәлил Вәлиев "Элмәлек", "Һеҙҙең өсөн", йырҙарын башҡарһа, "Гөлдәр" ҡатын-ҡыҙҙар ансабмле "Йәшәргә лә, әле йәшәргә", "Талы", "Тиргәмеш" фольклор ансамбле дәртле, күңелле, ҡумыҙ көйө аҫтында "Гөлнәзирә", "Шәл бәйләнем" йырҙарын башҡарҙы, халыҡ уларҙы йылы алҡыштар менән оҙатты. Оҙаҡ йылдар үҙенең моңло көйҙәре менән сәхнәбеҙ түрен биләгән, оҫта баянсы, сәхнәбеҙҙең йөҙөҡ ҡашы Зөфәр Мәхмүт улы Атановҡа, үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән дәртләндереп тороусы Рәмилә Дәүләтбирҙинаға, йәш күңелле, дәртле , Фәриҙә Дәүләтбирҙинаға, үҙенең файҙалы кәңәштәре менән миңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы Резеда Ҡолсонбаеваларға оло рәхмәтемде белдерәм. Ошо концертта ҡатнашыусы артистарыбыҙға оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, һәр ваҡыт шулай йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күҙҙәрегеҙҙән нур һәм моң-дарьяларығыҙ ашып тороуын теләйем.

   $IMAGE4$

Категория: Байгускаровский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 30 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0