Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Байгускаровский СДК» Ҡайнатмалар байрамы

29.08.2018, 14:07

29 август көнө Көҙгө уңыштар мәлендә Байғусҡар мәҙәниәт йортонда "Ҡайнатмалар"(варенье) байрамы үткәрелде. Ҡайнатмалар тураһында викториналар, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү, емеш-еләккә ҡарата йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр әйтелде. Емеш-еләктән торған һүҙлектәр төҙөү, күҙ бәйләп төрлө вареньеларҙы тәмләп, Зәкирә Атанова, Лилиә Бикбова, Роза Ҡолсонбаева, Фәтихә Шәһивәлиева, Римма Дәүләтбаева. Айгөл Хажиәхмәтовалар дөрөҫ яуап бирҙеләр. һәр кем үҙенең ҡайнатмаһының рецепты менән бүлеште. Резеда Ҡолсонбаева ҡарбуздан һәм апельсиндан, Маһира Игебаева бөрлөгән һәм еләктән, Рима Дәүләтбаева ҡара ҡарағаттан ҡайнатмалар, Гөлсиә Ғиләжетдинова бәпембәнән бал алып килгәндәр ине. Сара вареньелар менән тәмләп сәй эсеү менән тамамланды.

Категория: Байгускаровский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 22 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0