Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Абубакировский СМФК» ,,Толом-толом сәскәйҙәрең,,

09.09.2017, 13:04

   9 сентябрь, Әбүбәкир Мәҙәниәт йортонда матурлыҡ көнөнә арналған ,,Толом-толом сәскәйҙәрең,, исемле оҙон сәс бәйгеһе булып үтте.Ҡыҙҙарҙың матурлығы, зиннәтлелеге, сафлығы толомона ҡарап беленә, ти халыҡ. Әйе, башҡорт ҡыҙҙарының тышҡы матурлыҡтарынан иң күҙгә салынғаны- оҙон сәс толомдары. Оҙон сәс -матурлыҡ билдәһе генә түгел, уңғанлыҡ, йыйнаҡлыҡ символы ла. Шуға күрә башҡорт ҡыҙҙары ғүмер- ғүмергә теҙҙәренә ҡәҙәр сәс үҫтергәндәр. Улар шифалы шишмә, ямғыр, йәки ҡар һыуында йыуып, үлән төнәтмәһе менән сайҡап, толомлап үргән дә көмөш йәки алтын тәңкәләр, сулпылар менән биҙәп ҡуйған.

    Бәйгелә матур итеп сәс үҫтергән алты һылыуҡайыбыҙ ҡатнашты. Бәйге ,,Толом- толом сәскәйҙәрең,, исемле матур йыр менән башланып китте. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырып , йырға- моңға маһирлыҡтарын күрһәттеләр. Ә инде Айгүзәл Билалова башҡарыуында ,.Оҙон сәс,, бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде. Өйҙә эшләп килгән прическаларын күрһәтеп үттеләр. Шулай уҡ сәс тәрбиәләү серҙәре тураһында төрлө кәңәштәр ишеттеләр. Сәскә таҫмалар бәйләп ярыштылар. Бәйге булғас уның еңеүсеһе лә була . Гран- Прины Алибаева Динә яулаһа, 1-се урын 5 йәшлек Билалова Әминәгә тапшырылды. Байрам барыһына ла бик оҡшаны.

Категория: Абубакировский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 511 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0