Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Абубакировский СМФК» Халыҡ - ара туған тел көнө

20.02.2017, 08:26

Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Сөнки тел - тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел - ул Ватан, тыуған ер, ата- әсә һүҙҙәре. Тел боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел - һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Тел юҡ икән - халыҡ та, милләт тә юҡ.

20 февраль Әбүбәкир мәҙәниәт йортонда Халыҡ - ара туған тел көнөнә арналған, Мәңге йәшә, эй, һөйөклө Башҡорт теле, шиғыр һөйөүселәр бәйгеһе булып үтте. Китапхана менән берлектә уҙғарылған был сарала балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, оло йәштәге шиғыр һөйөүселәр әүҙем ҡатнашты.

Категория: Абубакировский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 708 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0