Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Абишевский СДК» Йөрәктән - йөрәккә

02.12.2016, 07:55

2 декабрь Әбеш мәҙәниәт йортонда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн "Йөрәктән - йөрәккә" исемле кисә үткәрелде. Килгән ҡунаҡтар балалар баҡсаһы ҡыҙҙары, малайҙары башҡарған бейеүҙәрҙе, Фәнзил Ибраһимов башҡарыуындағы моңло йырҙарҙы, ҡурай моңдарын ихлас алҡыштар менән оҙаттылар.

Биләмә башлығы Т.М. Юнусов менән һөйләшкәндән һуң, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән табын артында үткәндәрен хәтерләп инәй, олатайҙар һөйләшеп ултырҙылар. Кисәне ойоштороусыларға фатихаларын биреп, рәхмәт әйтеп таралыштылар.

2 декабрь мәҙәниәт йортонда интернатта йәшәүсе уҡыусылар араһында бейеү конкурсы үткәрелде. Сәхнәгә "Банан" һәм "Йондоҙҙар" командаһы сыҡты. Улар: вальс, тектоник, флешмоб, ламбада, япон, сиған, ҡытай - бөтәһе 12 төрлө бейеү бейенеләр. Өлкән тәрбиәсе Р.Я. Ибраһимова һәр бейеүҙе ҡайһы илдә ҡасан бейей башлағандарын һөйләп барҙы. Ғәҙел жюри "Йондоҙҙар" командаһын еңеүсе тип тапты.

Категория: Абишевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 456 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0