Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Абишевский СДК» Йәйге Нардуған

23.06.2015, 13:08

Йәйге Нардуған

 Йәйҙең иң оҙон көнөндә – йәғни 23 июндә – йәйге Нардуған байрамы үткәрелә. Беҙҙә ағинәйҙәр менән балаларҙы эйәртеп ошо байрамды үткәрергә тәбиғәткә сыҡтыҡ. Инәйҙәр донъяларҙың имен тороуын, бәлә – ҡазалар булмауын, ямғырҙарҙың ваҡытында яуыуын теләп аят уҡынылар. Тап ошо көндә дарыу үләндәре йыйырға кәрәк тип төрлө – төрлө дарыу үләндәре йыйҙылар. Ағинәйҙәрҙең етәксеһе Н.Г.Ибраһимова балаларға Йәйге Нардуған байрамы тураһында, тәбиғәттә үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләгәндән һуң, эргә тирәләге сүп-сарҙы йыйыштырып алғас балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар башланды.

Ике команда ла һәр бер бәйгелә сәмләнеп ярышты : туптар менән ярышҡанда ла, һыулы һауыттан алма ашағанда ла, һыу тултырылған шарҙар менән волейбол уйнағанда ла. Уйын аҙағында ике команданың да мәрәйҙәре тигеҙ булыуы асыҡланды. Өлөшөңә төшкән – көмөшөң – тип һәр кем күҙ бәйләп үҙенә бүләк ҡырҡып алып ҡыуанды.

Байрам аҙағында балалар рәхәтләнеп Һаҡмарҙә һыу инде. Инәйҙәр усаҡта ҡайнаған үлән сәйен һинд сәйҙәре бер яҡта торһон тип маҡтап – маҡтап эстеләр. Фәриғә апай Илембәтованың мандолинаһына ҡушылып төрлө йырҙар йырлап, бейешеп тә алдылар. Байрамдан бөтәһелә ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Категория: Абишевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 719 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0